Юбилейың менән, туғаным!

Бөгөн Салауат САТТАРОВҡа 60 йәш тулды. 

Юбилейың менән, туғаным!Юбилейың менән, туғаным!
Юбилейың менән, туғаным!

Яңы Муса ауылы
1 майҙа Яңы Муса ауылында тыуып үҫеп, әле лә шунда йәшәүсе ҡәҙерле туғаным, берҙән-бер абыйымдың һөйөклө улы Салауат Марат улы САТТАРОВтың 60 йәшлек күркәм юбилейы.
Шул айҡанлы уны ихлас ҡотлайым, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләп, ҡайнар сәләмдәремде ебәреп ҡалам.
Салауат туғаным, һеҙ Мәүлиҙә килен менән беҙҙең тыуып-үҫкән, әтей-әнейебеҙ ғүмер иткән йортто һаҡлап, төҙәтеп, яңыртып, уға йәм-ҡот биреп, гөрләтеп донъя көтәһегеҙ. Һеҙҙең уңғанлығығыҙ, тырыш ҡулдарығыҙ арҡаһында баҡса уңдырышлы, мул уңышлы, һарай мал-тыуар, ҡош-ҡорт менән тулы, йорт гөл-сәскәгә күмелгән, тормошоғоҙҙа муллыҡ. Барғанда яҡты йөҙ, йылы һүҙ, һый-хөрмәт менән ҡаршы алаһығыҙ, күстәнәстәр биреп оҙатып ҡалаһығыҙ. Аллаһҡа шөкөр, Саттаровтарҙың әле 19-сы быуатта ҡорған нигеҙендә тормош дауам итә, тормош гөрләй! Беҙ быға бик шат һәм һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Шулай парлы, барлы, бәрәкәтле тормошоғоҙ күп йылдар дауам итһен! Бер-берегеҙҙе һаҡлап, яҡлап, ҡәҙерләп, яратып, татыулыҡта, иҫәнлектә-һаулыҡта, бәхеттә-шатлыҡта үҫтергән ике улығыҙҙың игелеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ!
Юбилейың менән, туғаным! Мин һеҙҙе яратам!
Туғанҡайым, бадъян бөркәм
Кермәҫ микән күҙеңә,
Гөлдән тамған тамсы кеүек
Күренәһең күҙемә.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт ауылынан апайың Асия һәм уның балалары Альмира, Альфира, Азат һәм уларҙың ғаиләләре. 

Автор:
Читайте нас