Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп

Зөлфиә ИСХАҠОВАны ҡотлайбыҙ!

Бәхет-шатлыҡ килһен ишелепБәхет-шатлыҡ килһен ишелеп
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп
Көйөргәҙе ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, яратҡан һеңлебеҙ, апайыбыҙ, инәйебеҙ - Зөлфиә Ҡотдос ҡыҙы ИСХАҠОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо ғүмер байрамыңда һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең – иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең – нурлы, күңелең – тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле, терәгебеҙ булып, кейәүебеҙ Илдар менән матур итеп ҡорған донъяларығыҙҙа, балаларығыҙҙың, яҡындарыңдың изгелектәрен генә күреп, оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта йәшәргә насип булһын!
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән абзыйҙарың Азат, Илдус, еңгәң Фирүзә, апайың Гөлнур, еҙнәң Зөлфәҡәр, мырҙаң Винер, киленең Венера һәм уларҙың балалары.
 
Автор:
Читайте нас