Тыуғанһың һин бары яҡшыға

Лиана ЯМАНҺАРОВАны ҡотлайбыҙ!

Тыуғанһың һин бары яҡшығаТыуғанһың һин бары яҡшыға
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында ғаиләһе менән матур донъя ҡороп, бәхетле ғүмер итеүсе ҡәҙерле кешебеҙ, яратҡан ҡыҙыбыҙ, хәстәрлекле апайыбыҙ - Лиана Илдар ҡыҙы ЯМАНҺАРОВАны йәшлегенең матур байрамы - 35 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тырыш, уңған, изге күңелле, ярҙамсыл ҡәҙерле кешебеҙгә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, кейәүебеҙ Зариф менән, балалрығыҙыҙң изгелектәрен генә күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың гел шулай тормошҡа ашып торһон!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңа.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Миләүшә, атайың Илдар, мырҙаң Илмир.
Автор:
Читайте нас