

Ялсыҡай ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ яратҡан әсйеебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ - Флүрә Әхәт ҡыҙы КӘРИМОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 65 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙгә ошо матур байрамында барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙҙең өсөн һин донъяла иң гүзәл, иң изге, иң ҡәҙерле зат. Бар күңел йылыңды һәм хәстәрлегеңде беҙгә өләшеп, тормош ауырлыҡтарына баш эйәмәй, ауыр һынауҙар алдында һынмай, бөгөлмәй матур ғүмер юлы үтәһең.
Уңғандарҙан-уңған, кешелекле, оло йөрәкле кешебеҙ, матур ғүмер байрамыңда күңел түренән сыҡҡан теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: һәр көн баш осоңда яҡты ҡояш балҡыһын, көндәрең шатлыҡ менән үтһен, иңдәреңдәге шәфҡәт фәрештәһе һине бер ҡасан да ташламаһын. Алдағы көндәреңдә һау-сәләмәт булып, именлектә, шатлыҡтарға һөйөнөп, оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәргә яҙһын. Һин - беҙҙең тормошобоҙҙоң йәме, һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы. Йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Күңелеңдең нуры менән көдәребеҙҙе яҡтыртып, йортобоҙҙоң ҡотон һаҡлап йәшә, ҡәҙерлебеҙ.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Иң изге теләктәр менән улың Наил, ҡыҙың Ләйсән, кейәүең Сабирйән, ейәнсәрәҙрең Айгөл, Наҙгөл һәм ейәнең Нурислам.