

Яманһары ауылы
Бөгөн беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған һөйөклө тормош иптәшем, ҡәҙерле әтейебеҙ, яратҡан олатайыбыҙ Самат Әүхәҙи улы АҘНАЛИН үҙенең тыуған көнөн билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙҙе матур ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Fүмер миҙгеленең матур байрамында һөйөклөбөҙгә ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-hаулыҡта ғүмер итеп, беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, фәһемле кәңәштәрең, бөтмәҫ ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙҙе Хоҙай сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ғаилә бәхетенән айырмаһын. Балаларыңдын, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшә лә йәшә.
Һин булғанға беҙгә тыныс, донъя бөтөн,
Һин булғанға беҙҙең тормош матур.
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен,
Сәләмәтлек үҙе бәхет бит ул –
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Рәйсә, ҡыҙҙарың Әлфинә, Илюзә, улың Азат, кейәүең Данис, ейәнең Амирхан, ейәнсәрең Дияна.