

Һеҙҙең бөгөн тәүге тапҡыр атай-әсәй булған, иң бәхетле көнөгөҙ, ошо көндә һеҙҙең шатлыҡлы мәлдәрегеҙҙе уртаҡлаша алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ! Алла бирһә, сабыйҙы тигеҙлектә, бәхеттә-муллыҡта, матур итеп тәрбиәләп үҫтереүегеҙҙе теләйбеҙ, оҙон ғүмерле, һау-сәләмәт булһын бәләкәс, һеҙгә тик шатлыҡ, ҡыуаныстар ғына бүләк итһен, үҙегеҙгә иш булһын!
Бәпес еҫе — иң танһыҡ еҫ,
Иң тәмле еҫ донъяла!
Татлы ғына сабый бала
Үҫһен парлы ояла!
Иң изге теләктәр менән Миһрановтар ғаиләһе.