

Илкәнәй ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә ғаиләһе менән Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле киленебеҙ, еңгәбеҙ, яратҡан тормош иптәшем, хәстәрлекле әсәйем - Зөлфиә Илсур ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВАны йәшлегенең күркәм байрамы - 25 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле, ярҙамсыл, аҡыллы, йәш һәм матур булып ҡал. Тормошоң сағыу буяуҙарҙан торһон һәм дә барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашһын! Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын. Киләсәк тә лә улыбыҙ Линар менән матур пар булып, аҡ бәхеттәргә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп, улығыҙҙың изгелектәрен генә күреп, беҙҙе гел шулай шатландырып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Иң изге теләктәр менән ҡайның Илнур, ҡәйнәң Зилә, тормош иптәшең Линар, улың Алан, Илмир абзыйың, килендәшең Гүзәл, ҡәйнештәрең Ислам, Инсаф, Илйәр һәм Саид.