

Илкәнәй ауылында тыуып үҫеп, Күмертау ҡалаһында йәшәүсе тормош иптәшем, әсәйем, ҡыҙыбыҙ, ейәнсәрем, апайыбыҙ Зөлфиә Илсур ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВАны матур 25 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Тырыш, уңған, изге күңелле, ярҙамсыл ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, тормош иптәшең менән улығыҙҙы үҫтереп, ҡыуанып, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың гел тормошҡа ашып торһон! Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Линар, улың Алан, әтейең Илсур, әсәйең Гөлгөнә, өләсәйең Ғәмбәр һәм һылыуың Зүлиә менән мырҙаң Илнур.