Иң изге теләктәр генә теләйбеҙ

Әлиә ИСХАҠОВАны ҡотлайбыҙ!

Иң изге теләктәр генә теләйбеҙИң изге теләктәр генә теләйбеҙ
Иң изге теләктәр генә теләйбеҙ

Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Ырымбур ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең яратҡан ҡыҙыбыҙ, һылыуыбыҙ Әлиә Ғәлимйән ҡыҙы ИСХАҠОВАны 35 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул тормош, сикһеҙ бәхеттәр теләйбеҙ. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Күңелең һәр саҡ тыныс, таңдарың имен, барыр юлдарың асыҡ, эштәрең уң булһын. Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ һәм иң изге теләктәр генә теләйбеҙ. Киләсәктә лә киң күңелле, оло йәнле булып туғандарыңдың һөйөүен, хәстәрен тойоп тормош иптәшең Ринат менән тыныслыҡта, муллыҡта бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Балаларығыҙ Аделина менән Радэльды үҫтереп, уҡытып, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ тырыш, хәстәрлекле, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ул бар күңелен һалып матур зауыҡлы, төрлө стилдәге селтәрҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр эшләү менән мәшғүл. Уға был яратып башҡарған эшендә ҙур уңыштар теләйбеҙ.
Ҡотло булһын һинең юбилейың.
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен.
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине.
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Ҡотлау менән әнәйең Зөлфиә, әтейең Ғәлимйән Миһрановтар, апайың Гүзәл, улы Мират Исхаҡовтар.

Автор:
Читайте нас