

Ялсыҡай ауылы
Беҙҙең ғәзиздәрҙән-ғәзиз, яҡын кешебеҙ, яратҡан апайыбыҙ, хәстәрлекле инәйебеҙ - Лиза Байрамғәли ҡыҙы САТТАРОВАны матур ғүмер байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, бар эшкә лә уңған, ярҙамсыл, асыҡ күңелле, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле әсәй, өләсәй, туғандары өсөн йән атып тороусы хөстәрлекле апай ҙа ул. Уға ошо күркәм ғүмер байрамы уңайынан, барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәребеҙҙе юллайбыҙ.
Хәстәрлекле, тыңғыһыҙ йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ. Артабан да мул тормошта, туғандарыңдың, яҡындарыңдың ихтирамында, балаларың изгелегендә иҫән-имен, бергә-бергә оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен!
Апалы-һеңлеле булыу
Бик ҙур бәхет донъяла.
Апай-һеңлем, тип йән атһа,
Һеңлең-апайым, тип яна.
Йөрәк тулы моң-зарыңды,
Бары икәү бүләһең.
Килеп тыуһа борсолоуҙар,
Уратаҡлап хәл итәһең.
Йән серҙәшең булған һеңлең,
Һин, тип өҙөлә апай.
Ике араны нығытып,
Өҙөлмәҫ ептәр ята.
Иң изге теләктәр менән һеңлең Луиза, кейәүең Рәфҡәт һәм уларҙың балалары.