Донъя именлеге юлдаш булһын

Рафиҡ Фәрит улы БИКМАЕВты ҡотлайбыҙ!

Донъя именлеге юлдаш булһынДонъя именлеге юлдаш булһын
Донъя именлеге юлдаш булһын

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле туғаныбыҙ Рафиҡ Фәрит улы БИКМАЕВты 60 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, бар эшкә лә уңған, ярҙамсыл, асыҡ күңелле, яҡындарына терәк булған, туған йәнле ул. Хәстәрлекле, тыңғыһыҙ йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ. Артабан да мул тормошта, туғандарыңдың, яҡындарыңдың ихтирамында, балаларының изгелегендә иҫән-имен, бергә-бергә оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен!
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандары исеменән апайың Рәхилә.

Автор:
Читайте нас