Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә

Лиза САТТАРОВАны тәбрик итәбеҙ!

Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттәЙәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә
Ялсыҡай ауылы
Беҙҙең ҡәҙерле булған әсәйбеҙ, ҡәйнәбеҙ һәм өләсәйебеҙ - Лиза Байрамғәли ҡыҙы САТТАРОВАны оло күркәм юбилейы - 60 йәше менән тәбрик итәбеҙ.
Ошо матур көнөндә һәм дә артабанғы тормошонда ла тик изге теләктәр генә теләйбеҙ.
Әсәй рәхмәт, һиңә барыһы өсөн дә! Һин беҙҙең өсөн атай ҙа, әсәй ҙә, дауыллы елдә ҡалҡан да булдың. Һин беҙҙе шатлыҡ-ҡыуаныстарға, иркә-наҙҙарға ғына биләп үҫтерҙең. Беҙ тейешле, дөрөҫ тәрбиә алһын тип ҡулыңдан килгәнен дә, килмәгәнен дә эшләнең. Һиңә булған рәхмәттәребеҙҙе ябай һүҙҙәр менән генә әйтеп бөтөрөрлөк түгел.
Әсәй, һиңә ныҡлы һаулыҡ, тик шатлыҡтар менән үрелгән яҡты, ҡыуаныслы, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Беҙгә, балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә терәк, кәрәк булып йәшә әле йөҙҙәр еткәнсе!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙҙа үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанда!
Ҡотлау менән балаларың: ҡыҙың Гөлдәр, кейәүең Фәйрүз, улың Уран, киленең Гөлназ, ейән-ейәнсәрҙәрең Аделя, Индира, Аяз, Ибраһим, Мия.
Автор:
Читайте нас