Һәр көнөгөҙ үтһен бәхет менән

Таһир менән Минзира БАЙНАЗАРОВтарҙы ҡотлайбыҙ! 

Һәр көнөгөҙ үтһен бәхет менәнҺәр көнөгөҙ үтһен бәхет менән
Һәр көнөгөҙ үтһен бәхет менән

Яманһары ауылы
Ҡәҙерле кешеләребеҙ - әтей-әнейебеҙ, олатай-өләсәйебеҙ Таһир Зәбихулла улы һәм Минзира Минияз ҡызы БАЙНАЗАРОВтарҙың иңде-иңгә терәп, өлгөлө һәм матур ғаилә булып йәшәүҙәренә 35 йыл.
Яҡындарыбыҙ, һеҙҙе күркәм байрамығыҙ - мәргән туйығыҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Тыуыр таңдарығыҙ яҡты, аяҙ, көндәргеҙ шатлыҡ -ҡыуаныстар менән үтһен, ғүмер юлдарығыҙ оҙон булһын. Артабан да тормош һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоноп, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, шулай бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып, тигеҙ баҫып, татыу атлағыҙ.Тыуған йортобоҙ йәмле, йәнле, муллыҡ һәм бәрәкәт менән тулы булһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек, ырыҫлы һәм ҡотло донъяғыҙҙа балаларығыҙҙың ихтирамын тойоп, игелектәрен күреп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Алтын ҡулдарығыҙ яҡшы эштәр башҡарыуын дауам итһен, йөрәктәрегеҙ оҙаҡ йылдар бергә типһен! Биргән күңел йылыһы һәм һөйөү, изгелек һәм хәстәрлелегеҙ, төплө кәңәштәрегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!
Байрамығыҙ менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр көнөгөҙ үтһен бәхет менән,
Йәшәгеҙ һеҙ шатлыҡҡа төрөнөп.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош -
Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр!
Ҡотлау менән ҡыҙҙарығыҙ Юлиә, Рәйлә, Гүзәл, кейәүҙәрегеҙ Эльнар, Илнар һәм ейәнсәрегеҙ Йәсминә.

Автор:
Читайте нас