

Абдул ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Зәйтүнә Рәфҡәт ҡыҙы ЧУРИНА ошо йәмле йәйҙең иң матур сағында тыуған. Ҡәҙерлебеҙгә 65 йәш тулһа ла, йүгереп донъя көтә, кәртә тулы мал, ҡош-ҡорт аҫрай. Баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә. Ниндәй генә төрлө, тәмле татлы алмағастары ла бар. Атайыбыҙ Миңлеғәли менән 5 балаға ғүмер бирҙеләр: ике ул, өс ҡыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғы елдәре лә уларҙы ситләп үтмәй. Уларҙың бер улдары һәм 1 ҡыҙҙары вафат була. Ҡәҙерлеләребеҙҙең бер-береһенә булған тоғро һөйөүҙәре, ихтирамдары был ауыр ҡайғыларҙы еңеп сығырға көс бирә. Әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ бик егәрле, уңған кеше ул. 16 йәшенән алып һауынсы булып эшләп китә, бар эшкә лә уңған, ярҙамсыл, асыҡ күңелле, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле, әсәй өләсәй, туғандары өсөн йән атып тороусы апай ҙа. Әсәйем эштә генә уңған түгел, йыр-моңға ла ғашыҡ. Атайым гармунда өҙҙөрөп уйнаһа, әсәйем моңло итеп йырлап та ебәрә. Уларҙы Абдул ауылында ғына түгел, күрше ауылдарға ла концерт ҡуйырға саҡыралар.
Һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Атайыбыҙ менән ҡулға-ҡул тотоношоп, иңгә-иң терәшеп оҙон-оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ. Ҡайғы-хәсрәт урап үтһен, именлектә, байлыҡта, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең бәхет шатлыҡтарын күреп йәшәргә яҙһын, әсәй, өләсәй!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Ҡотлауҙар менән ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.