Йөҙөңдә нурҙар һүнмәһен

Рәйсә ИЛЬМИДИНОВАны ҡотлайбыҙ!

Йөҙөңдә нурҙар һүнмәһенЙөҙөңдә нурҙар һүнмәһен
Йөҙөңдә нурҙар һүнмәһен

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле Рәйсә Миран ҡыҙы ИЛЬМИДИНОВАны 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ныҡлы сәләмәтлек, именлек, һаулыҡ, тормош юлыңда тик бәхетле миҙгелдәр осрап тороуын, оҙон, бәхетле ғүмер юлы теләйбеҙ. Алдыңа ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеп, барлыҡ теләктәреңде тормошҡа ашырып, йәшәү дәртеңде һүндермәй, тормош юлынан ғорур атла! Яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, шатлыҡтарына һөйөнөп, оҙон-оҙаҡ, бәхет-шатлыҡтарға ғына төрөнөп йәшәргә яҙһын.
Ғүмер юлың - оҙон, бәхеттәрең мул булһын!
Ҙур уңыштар һиңә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөңдә нурҙар һүнмәһен.
Иң изге теләктәр менән Ғәлиә һәм уның ғаиләһе.

Автор:
Читайте нас