Бәхеттәрегеҙ булһын ғүмерлек

Зөһрә МӨХӘМӘТШИНАға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Бәхеттәрегеҙ булһын ғүмерлекБәхеттәрегеҙ булһын ғүмерлек
Бәхеттәрегеҙ булһын ғүмерлек

Илкәнәй ауылы
Хөрмәтле уҡытыусыбыҙ, беҙҙе үҙ балалары кеүек ҡурсалап торған ҡәҙерле класс етәксебеҙ Зөһрә Сабир ҡыҙы МӨХӘМӘТШИНАны күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Һеҙ, үҙегеҙҙең төплө белемегеҙ, аҡылығыҙ һәм тырыш хеҙмәтегеҙ менән халыҡ араһында оло ихтирам яуланығыҙ. Һеҙҙең уңғанлығығыҙға, тормоштан йәм табып йәшәй белеүегеҙгә, көслө рухығыҙға һоҡланмай мөмкин түгел. Ер йөҙөндәге бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгегеҙ, сабыр холҡоғоҙ, бөгөнгө көндә лә барыбыҙҙы ла ҡайғыртып, хәстәрләп йәшәгәнегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Киләсәктә лә беҙгә аҡыллы кәңәштәрегеҙҙе биреп, рухи көс өҫтәп, уңыштарыбыҙға һөйөнөп, балаларығыҙҙың матур яҙмышына шаһит булып, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп именлектә, бәхеттә, һаулыҡта, күңелегеҙ менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшәгеҙ әле. Аллаһы Тәғәлә ғүмерегеҙгә бәрәкәт, ҡот, ырыҫ, шәфҡәтле йөрәгегеҙгә көс, йәшәү дәрте бирһен. Тирә-яғыбыҙҙа һеҙҙең кеүек тик изгелек нурҙары, күңел йылыһы өләшеп йәшәүсе шәфҡәтле уҡытыусыларыбыҙ күберәк булһын ине!
Зөһрә Сабир ҡыҙы, матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ. Юбилейығыҙ менән һеҙҙе, уҡытыусыбыҙ!
Сабыр ҙа һеҙ, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшегеҙ — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һеҙҙең көндәр,
Бәхеттәрегеҙ булһын ғүмерлек.
Оло хөрмәт менән Илкәнәй мәктәбенең 1999-сы йылғы сығарылыш уҡыусылары.

Автор:
Читайте нас