Бар теләгең ашһын бойомға

Класташыбыҙ Гөлфиә НАФИҠОВАны ҡотлайбыҙ!

Бар теләгең ашһын бойомғаБар теләгең ашһын бойомға
Бар теләгең ашһын бойомға

Яңы Мораптал ауылы
Хөрмәтле класташыбыҙ Гөлфиә Рафиҡ ҡыҙы НАФИҠОВАны ысын күңелдән матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һинең яҡты байрамың – тыуған көнөң, юбилейың! Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул торош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Балаларың ҡыуандырып ҡына торһондар. Тормош иптәшең менән тигеҙ, татыу тормош теләйбеҙ! Сәләмәт бул, бәхетле бул!
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә,
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Иң изге теләктәр менән класташтарың.

Автор:
Читайте нас