

Илкәнәй ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Зөһрә Сабир ҡыҙы МӨХӘМӘТШИНАны тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Бар күңелең, оло йөрәгең изгелек һәм игелек менән тулы. Ошо хистәрҙе бар ғаиләбеҙгә – балаларыңа, туғандарыңа һәм яҡындарыңа бирәһең. Үҙеңде белгән бар кешеләрҙең ихтирамын яулаған һоҡланғыс кеше лә, кәңәшсе лә, яҡын дуҫ та, серҙәш тә һин.
Ҡәҙерлебеҙ, һине матур байрамың менән ҡотлап йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, күңел тыныслығы, балалар шатлығы, киләсәктә лә беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Һәр атҡан таңға һөйөнөп, фани донъя ҡыуаныстары кисереп, сәләмәтлек менән имен, мул тормошта йәшәргә яҙһын.
Тыуған көнөң кеүек йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Йәүҙәт, улың Айнур, ҡыҙың Айгөл, киленең Эльвира, кейәүең Роберт, ейәнсәрең Аделина һәм ейәндәрең Айҙар, Әнүәр, Арсен, Әмир, Артур.