Яңы Мораптал ауылы
Ҡәҙерле ҡыҙым, апайыбыҙ Гөлфиә Рафиҡ ҡыҙы НАФИҠОВАны 50-йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ. Рәфис кейәү менән гөрләтеп донъя көтәһегеҙ. Һеҙ икегеҙ ҙә уңғанһығыҙ, шуның өсөн ишек алды сәскәгә күмелгән, һарай тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Йортта бөтә ерҙә таҙалыҡ. Артабан да ҡәҙерләп үҫтергән балаларығыҙҙың игелеген күреп, шулай парлы, барлы тормошта иҫәнлектә, барлыҡта күп йылдар йәшәргә яҙһын.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Ҡәҙерлебеҙҙе матур ғүмер байрамы менән тәбрикләп иң изге теләктәр менән әнәйең Рәхилә, мырҙаларың Рөстәм, Рәмил һәм уларҙың ғаиләләре.