Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ

 Гөлфиә НАФИҠОВАны ҡотлайбыҙ!

Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙПар имәндәр кеүек йәшәгеҙ
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ

Яңы Мораптал ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ Гөлфиә Рафиҡ ҡыҙы НАФИҠОВАны 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ошо матур ғүмер байрамыңда, һиңә ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-hаулыҡта тигеҙ ғүмер итеп, беҙгә терәк-таяныс булып, ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Күңелеңдәге йән йылыңдың нуры һүнмәһен, һүрелмәһен, беҙгә барыбыҙға йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы hүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең hеҙгә әйтер теләктәр.
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ hеҙ,
Атай-әсәй, hәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар hайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар
Осhон әле, hеҙҙән көнләшеп.
Иң изге теләктәр менән – тормош иптәшең Рәфис, ҡыҙың Әлфиә, улың Рим, ейәнең Кәрим.

Автор:
Читайте нас