

Илкәнәй ауылы
Сал тарихлы, хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә икһеҙ-сикһеҙ яландары күңелде наҙлаған Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылында ғүмер итеүсе, 40 йыл ғүмерен балаларға белем-тәрбиә биреүгә арнаған, күп йылдар талапсан, ғәҙел мәктәп етәксеһе булып эшләгән ҡәҙерлебеҙ Зөһрә Сабир ҡыҙы МӨХӘМӘТШИНА йәмле май айында матур юбилейын билдәләй.
Күҙ төбәп торған ҡәҙерлебеҙҙең күңел йылыһын, уның хәстәрлеген, апайҙарға ғына хас наҙын, ҡурсалауын тойоп йәшәйбеҙ.
Тәбиғәте менән сабыр, намыҫлы, кешелекле, изге күңелле, бал ҡортондай егәрле, туған йәнле, сибәр, көслө рухлы ул беҙҙең яҡыныбыҙ. Хәҙерге ваҡытта ла көндәлек эштә ҡайнап, донъясыллығы, ихласлығы менән хайран итеп, йылы һүҙенән, төплө кәңәшенән айырмай, хеҙмәттәштәренең, уҡыусыларының, ауылдаштарының ихтирамында, туғандарының, балаларының һөйөүендә матур ғүмер кисерә ул.
Ҡәҙерлебеҙ! Яҡты йөҙөң, киң күңелең, аҡыллы кәңәштәрең, йөрәк йылың, тормош һынауҙарында, ауырлыҡтарға һынмай көс биргәнең өсөн, тормошто яратып, дөрөҫ, матур йәшәргә ҡанатландырғаның өсөн һиңә ҙур рәхмәтлебеҙ. Хоҙай һиңә сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәрәкәтле оҙон ғүмер бирһен. Еҙнәбеҙ, кейәүебеҙ менән иңгә-иң терәшеп, ҡотло йортоғоҙға йәм өҫтәп, бәхетле ғаилә булып, һөйөклө балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡыуаныстарына, уңыштарына, бәхетенә һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, барыбыҙға ла терәк-кәрәк булып оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшә лә йәшә һөйөклөбөҙ! Беҙ һине ныҡ яратабыҙ, һоҡланабыҙ!
Бер тамырҙан үҫкән гөл кеүек беҙ:
Донъябыҙ теүәл – һин булғас!
Бирһен Хоҙай ныҡлы сәләмәтлек,
Бәхеттәрен өҫтәп бер ҡосаҡ!
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән һине яратыусы Ғәлиевтар, Иманғоловтар, Байгазиндар, Ишмөхәмәтовтар, Рамаҙановтар.