Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен

Зөһрә МӨХӘМӘТШИНАға матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһенЙөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен

Илкәнәй ауылы
Хөрмәтле коллегабыҙ Зөһрә Сабир ҡыҙы МӨХӘМӘТШИНАны күркәм байрамы менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, һаулыҡ, тормош юлығыҙҙа тик бәхетле миҙгелдәр осрап тороуын, оҙон, бәхетле ғүмер юлы теләйбеҙ. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеп, барлыҡ теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырып, йәшәү дәртегеҙҙе һүндермәй, тормош юлынан ғорур атлағыҙ! Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Уҡыусыларығыҙ һәр ваҡыт та үҙҙәренең яулаған үрҙәре менән һеҙҙе шатландырһындар. Шәхси тормошоғоҙҙа балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, ейәнсәр-ейәндәрегеҙҙең шатлыҡтарына һөйөнөп, тормош иптәшегеҙ менән иңгә-иң терәшеп, оҙон-оҙаҡ, бәхет-шатлыҡтарға ғына төрөнөп йәшәргә яҙһын.
Һәр саҡ шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңелле булығыҙ. Янығыҙҙа һеҙҙе яратҡан, хөрмәт иткән яҡындарығыҙ булһын, һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтһен.
Ғүмер юлығыҙ - оҙон, бәзеттәрегеҙ мул булһын!
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Иң изге теләктәр менән Илкәнәй мәктәбе коллективы.

Автор:
Читайте нас