Юшатыр
+20 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости

Һеҙ иң ғәзиз һәм иң ҡәҙерле!

Ишбулды һәм Альмера ӘМИНЕВтарҙы ҡотлайбыҙ!

Һеҙ иң ғәзиз һәм иң ҡәҙерле!
Һеҙ иң ғәзиз һәм иң ҡәҙерле!

Иҫке Мораптал ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған Ишбулды Ғайса улы һәм Альмера Әшрәф ҡыҙы ӘМИНЕВтарҙы ғаилә байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Уларҙың иңгә-иң терәшеп йәшәүҙәренә быйыл 50 йыл. Татыу ғаилә үрнәге булып, күптәр һоҡланырлыҡ ғүмер кисергән атай-әсәйебеҙҙе оло байрамдары менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, тигеҙ ҡартлыҡ, бәхетле һәм игелекле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һеҙ беҙҙе ҡәҙерләп һәм наҙлап пар ҡанат аҫтында үҫтерҙегеҙ, яҡшы тәрбиә бирҙегеҙ . Рәхмәт Һеҙгә барыһы өсөн дә! Әле лә ярҙамығыҙҙан ташламайһығыҙ. Һеҙ беҙгә һәр ваҡыт кәрәк! Хоҙай һеҙҙе сәләмәтлектән, бәхеттән айырмаһын. Киләсәктә лә шулай бер-берегеҙгә терәк, кәрәк булып йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ әле, һеҙ.
Ғүмерҙәр ҙә оҙон булһын, тибеҙ,
Бәхеттәр ҙә булһын ғүмерле.
Белеп йәшәгеҙ - беҙҙең өсөн
Һеҙ иң ғәзиз һәм иң ҡәҙерле!
Ҡотлау менән ҡыҙҙарығыҙ Гөлназ, Гөлфирә, улығыҙ Ильяс, кейәүегеҙ Илшат, ейәнсәрҙәрегеҙ Камила, Азалия һәм Әбсәләмовтар, Ибраевтар, Алтыншиндар, Кинжалеевтар, Ҡалдаровтар, Мостафиндар, Дәүләтшиндар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас в