

Уңғар ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Әмир Хәфиз улы ХӘСӘНОВты 60 йәшлек күркәм юбилейы менән тәбрикләп, йөрәк түренән сыҡҡан иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе еткереп ҡайнар ҡотлайбыҙ. Беҙҙең бөтә йөрәктән әйтелгән ихтирамыбыҙҙы ҡабул итеп ал.
Уңған, тырыш, хәстәрлекле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө, уңыштар, имен, бәрәкәтле тормошта ғына йәшәүен теләйбеҙ. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерлебеҙ һин. Беҙҙең өсөн терәкһең дә, таянысһың да, кәңәшсе лә. Киләсәктә лә һәр ваҡыт шулай барыбыҙға ла ышаныслы терәк, изге йәнле тормош иптәше, оло йөрәкле атай булып ҡал. Һин булғанға беҙгә тыныс, донъябыҙ бөтөн. Артабан да тормошобоҙҙоң йәме булып, яҡындарыңдың ҡыуаныстарын, изгелектәрен күреп, беҙҙең менән бергә, иңгә-иң терәшеп, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхетле, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Сәләмәтлегең булһын ғүмерлек.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Беҙҙең өсөн оло терәкһең.
Беҙҙән һиңә мең-мең рәхмәт,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәкһең!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың.