Яҡшымбәт ауылы
Хөрмәтле коллегабыҙ Гүзәл Рәшит ҡыҙы АҠҺАРОВАны 50 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Коллегабыҙға барыр юлдарының яҡты, эштәренең бәрәкәтле, һөйөнөслө көндәренең бөтмәҫ-төкәнмәҫ, рухының ныҡ булыуын теләйбеҙ. Күңелең шулай һәр саҡ киң, атыр таңдарың аяҙ, килер көндәрең көләс булһын. Оҙон ғүмер, тән сихәтлеге, ныҡлы һаулыҡ бирһен Аллаһы Тәғәлә, күңелеңдәге йән йылыңдың нуры һүрелмәһен, тирә-яғыңдағыларға аҡ нур булып яғылһын. Балаларыңдың изгелеген, яҡындарыңдың хөрмәтен күреп, именлектә йәшәргә яҙһын. Беҙҙең коллегаларың менән артабан бергә, берҙәм булып, татыу эшләргә яҙһын. Таҙалыҡ-һаулыҡ, яҡты киләсәк, бәхетле матур көндәр көтһөн, коллегаларың, тыуған-тыумасаларың, ғаиләң тик һине һөйөндөрһөн! Гел ошолай алсаҡ, ярҙамсыл булып ҡал.
50 йәшкә инде еттем тигәс,
Мендем, тимә, ғүмер үренә.
Күңелеңдә ҡалһын яҙ сыуағы,
Ғүмер үтә, тиеп һүрелмә.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң,
Ҡоростоҡо булһын таҙалығың,
Ҡояштыҡы булһын ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт урта мәктәбе коллективы