Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр

Әлфиә  ЙӘМИЛОВАға изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәрБеҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр
Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр
Яҡуп ауылы
Ҡәҙерле киленебеҙҙе, еңгәбеҙҙе Әлфиә Ғәлийән ҡыҙы ЙӘМИЛОВАны 50 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Киленебеҙ, еңгәбеҙ бик әүҙем, тырыш, эшһөйәр, рухлы кеше. Ниндәй генә эшкә тотонһала еренә еткереп, уйлап оҫта башҡара. Тормош иптәше Рим менән 2 ул үҫтереп, юғары белем бирҙеләр. Ейәндәребеҙ Инсаф, Илһам иманлы, кешелекле, кеселекле булып үҫтеләр. Улар өсөн туғандары, олатай-өләсәйҙәре ғорурланып йәшәй.
Ҡәҙерле кешебеҙгә шатлыҡ, ҡыуаныстарҙан торған оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, тыныс тормош теләйбеҙ. Иртәләрең ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең - айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын.
Шатлыҡ менән, оҙон ғүмер менән йәшәүеңде генә теләйбеҙ!
Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан,
Өлөш сыҡһын һиңә мул ғына.
Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр,
Шатлыҡтарға илткән юл ғына.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән әтейең Марат, әнейең Айһылыу, бикәсең Рита, кейәүең Илшат, ҡәйнешең Румил, киленең Венера һәм дә уларҙың балалары.
Автор:
Читайте нас