Бәхетле ғүмер теләйбеҙ

Нурия ЮЛУЕВАны ҡотлайбыҙ! 

Бәхетле ғүмер теләйбеҙБәхетле ғүмер теләйбеҙ
Бәхетле ғүмер теләйбеҙ

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ – Нурия Садыҡ ҡыҙы ЮЛУЕВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлап иң изге, иң матур, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ғәзиз кешебеҙ ябайлығы, алсаҡлығы, ярҙамсыллығы менән үҙенә тартып тора, донъябыҙға нур һибеүсе ҡояш төҫлө – уның менән яҡты ла, йылы ла, тыныс та. Беҙ һәр ваҡыт уның аҡыллы, төплө кәңәштәренә таянабыҙ, көслө рухлы, сабыр булыуын хөрмәт итәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Һине 60 йәшлек матур юбилейың — дәрт-дарманлы, маҡсатлы, был тормоштоң, йәшәүҙең ҡәҙерҙәрен белеү осорона етеү менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, һиңә иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ, башҡорт моңондай оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Яҡындарыңдың терәк-таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшә!
Һәр көн һине ҡотлап ҡояш сыҡһын,
Һине наҙлап елдәр иҫһендәр.
Йәшәү матурлығы, йәме булып,
Көн артынан көндәр үтһендәр.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән улдарың Илназ, Илдар, килендәрең Айзилә, Аня, ейәндәрең Искәндәр, Әмир һәм ейәнсәрең Әминә.

Автор:
Читайте нас