60 йәшең тулды бына!

Ғәфүр ВАНЮРКИНды ҡотлайбыҙ!

60 йәшең тулды бына!60 йәшең тулды бына!
60 йәшең тулды бына!

Ермолаево ауылы
Яҡуп ауылында тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта Ермолаево ауылында донъя ҡороп, гөрләтеп баҡса үҫтереүсе ҡәҙерле абзыйым, ҡайнағам Ғәфүр Хәмзә улы ВАНЮРКИНды ғүмеренең күркәм байрамы - юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Хәстәрлекле, яҡындарына терәк булған, тынғыһыҙ йөрәкле туғаныбыҙға ныҡлы һаулыҡ, тормоштан йәм табып, мул тормошта балаларыңдың изгелегендә, еңгәбеҙ Гөлнур менән иҫән-имен, тигеҙ, оҙон ғүмер кисерергә насип итһен Аллаһы Тәғәлә!
60 йәшең тулды бына!
Байлығың 6 тиҫтә!
Кисә генә булған кеүек
Йәш саҡтарың иҫтә.
Әйтерһең, бөгөн генә һин
Башлайһың йәшәй генә.
Керәһең атлап бары тик
Ҡартлыҡтың йәшлегенә.
Бына шулай тыйнаҡ ҡына,
Ҡыҙыҡмай артығына
Етерһең, Алла бойорһа
Ҡартлыҡтың ҡартлығына!
Изге теләктәр менән кейәүең, һылыуың һәм дә балалар.

Автор:
Читайте нас