Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын

Ғәфүр ВАНЮРКИНды ҡотлайбыҙ!

Ҙур бәхеттәр юлдаш булһынҘур бәхеттәр юлдаш булһын
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын

Ермолаево ауылында йәшәүсе хөрмәтле абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ Ғәфүр Хәмзә улы ВАНЮРКИНды 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙгә һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, ғүмерҙең ҡояштай оҙонон, мул тормошта бәхетле ғүмер кисереүен, бөтә изге теләктәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Беҙҙең һәм туғандарының оло хөрмәтен, яратыуын тойоп, рәхәтләнеп йәшәһен һәм үҙенең барлығы менән беҙҙе ғүмер буйы һөйөндөрһөн. Аллаһы Тәғәлә тәнеңә - сихәт, күңел тыныслығы, тормош именлеге бирһен үҙеңә. Донъяның барлыҡ рәхәтлектәрен тойоп, бәрәкәтле һәм матур тормошта - йәшәргә яҙһын. Йөҙөңдән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен, көслө рухлы, кешелекле һәм кеселекле булып ҡал.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көнөңдө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек — иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һиңә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән мырҙаң Ғаяз, киленең Әлфинур, улың Нияз, ҡыҙың Әлфинә, уның улы Радмир.

Автор:
Читайте нас