

Беренсе кейәүебеҙ - Илдар Алишер улын матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Аллаһы Тәғәлә ҡыҙыбыҙ Лилиә менән 3 сәскәләй балалар һөйөргә насип итте.
Бөтә яҡтан камил, эшһөйәр, сабыр, тәүәкәл, иғтибарлы, кешелекле, кеселекле, батыр кейәүебеҙ Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау ойошмаһында эшләп йөрөй,.
Беҙгә, туғандарына, ҡәйнеш, балдыҙҙарына ҙур терәк, һәр ваҡыт ярҙамсыл. Бөтә рәхмәттәребеҙҙе, ҡотлауҙарыбыҙҙы юллап, уға иң изге теләктәр теләйбеҙ, Аллаһы Тәғәлә киләсәктәрендә лә бәхетле ғүмер насип итһен, бөтә насарлыҡтарҙан үҙе һаҡлап, иманлы нәҫел үҫтереп, ҡыҙым менән, беҙгә күрһәткән игелектәренең әжер һауаптарын ике донья рәхәтендә лә ҡайтарһын, үҙҙәренең балаларынан да игелектәрен күреп, бәхеттәренә ҡыуанып, һаулыҡта, ил, йән тыныслығында, бөтә насарлыҡтарҙан йыраҡ булып, Аллаһа Тәғәләнең рәхмәтендә йәшәргә насип итһен.
Ҡотлау менән бөтә туғандар исеменән Хәсәйевтар ғәиләһе.