Оҙон-оҙаҡ йәшә һин ерҙә

Зөһрә ИСМӘҒИЛЕВАны ҡотлайбыҙ!

Оҙон-оҙаҡ йәшә һин ерҙәОҙон-оҙаҡ йәшә һин ерҙә
Оҙон-оҙаҡ йәшә һин ерҙә

Йомағужа ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Зөһрә Ғәрифулла ҡыҙы ИСМӘҒИЛЕВАны 75 йәшлек матур юбилейы менән тәбрикләп, йөрәк түренән сыҡҡан иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Әсәй, донъялағы бөтә яҡшылыҡтарҙы йыйған оло йөрәгең, беҙгә ҡарата булған оло хәстәрлегең, фәһемле кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һинең алдыңда башыбыҙҙы эйеп, сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Ғаиләбеҙҙең татыулығы, берҙәмлеге һинең ныҡлы терәк-таяныс булыуҙан килә.
Аллаһы Тәғәлә һине сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Фани донъяның рәхәтлектәрен күреп, һаулыҡҡа туйынып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, балаларыңдың изгелектәрен күреп, уларға терәк, кәңәшсе булып, оҙон, бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Күңелең һис ҡасан да борсолоуҙар белмәһен, йөрәгеңдә дәрт-дарман һүрелмәһен, тормошондо сыуаҡ, яҡты көндәр генә биҙәһен!
Ҡояш нуры ерҙә балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Һинең тормош юлың - матур тарих,
Күптәр өсөн өлгө булырлыҡ.
Рәхмәт, тибеҙ һиңә ысын йөрәктән.
Һинең ғүмер - беҙгә ғорурлыҡ!
Оҙон-оҙаҡ йәшә һин ерҙә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле, әгәр эргәбеҙҙә,
Һин иҫән-һауғына булғанда.
Һиңә булған сикһеҙ рәхмәтебеҙ,
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ-ҡыуаныстар, сәләмәтлек,
Юлдаш бүлһын ғүмер-ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Зәлифә, Рәшиҙә, Резеда, улың Фәнил, кейәүҙәрең Вәкил, Фәнир, Булат, 8 ейән-ейәнсәрҙәрең һәм 5 бүләң.

Автор:
Читайте нас