

Йомағужа ауылы
Йәйҙең йәмле, матур көндәренең береһендә ҡәҙерле кешебеҙ, апайыбыҙ – Зөһрә Ғәрифулла ҡыҙы ИСМӘҒИЛЕВА 75-йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Беҙҙең апайыбыҙ күптәрҙе һоҡландырырлыҡ, үрнәк алырлыҡ кеше. Донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татырға, ауырлыҡтарҙы ла, ҡайғыларҙы ла еңеп сығырға тура килдеуға. Ләкин, апайыбыҙ бер ваҡытта ла бирешмәне, зарланманы. Ул тормошта шул тиклем сабыр, мөләйем, иҫ киткес эшсән, ярҙамсыл, кешелекле, гөрләтеп донъя көтә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырай, баҡса үҫтерә, балаларына ла ярҙам итеп тора.
Ҡәҙерлебеҙ! Һине 75 йәшлек юбилейың менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Һинә алдағы ғүмереңдә иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Балаларыңдың изгелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәреңде, бүлә-бүләсәрҙәреңде яратып, бергәләшеп оҙон-оҙак йәшәргә яҙһын һиңә!
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ, ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған, нурлыһын!
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар,
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә,
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән һылыуҙарың Рәмзиә, Миңзәлә, Әлфиә, Әнисә, Регина һәм уларҙың ғаиләләре.