Все новости

Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын

Флүр ИШБАЕВты ҡотлайбыҙ!

Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын
Яманғол ауылында тыуып үҫеп әлеге ваҡытта Күмертау ҡалаһында йәшәүсе һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡартатайыбыҙ Флүр Миҙхәт улы ИШБАЕВты 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Изге йөрәкле, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған ул беҙҙең ҡәҙерлебеҙ. Бәләкәйҙән хеҙмәт яратып үҫкәнгәлер, әле һаман тырышып эшләп йөрөй. Уның тәүәккәл, көслө ихтыярлы булыуына ғорурланабыҙ. Киләсәктә лә ғүмерҙең ҙәр миҙгеленә ҡыуанып, балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең шатлыҡтарын уртаҡлашып йәшәргә яҙһын. Ошо иҫтәлекле көнөң менән ҡотлап, һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы теләйбеҙ.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше, балалары һәм ейәндәре.
Автор:
Читайте нас: