Беҙҙең өсөн оло терәкһең

Мөкәрәмә САТТАРОВАны ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең өсөн оло терәкһеңБеҙҙең өсөн оло терәкһең
Беҙҙең өсөн оло терәкһең

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әнейебеҙ, өләсәйебеҙ Мөкәрәмә Миниәхмәт ҡыҙы Саттарованы тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, тормоштан йәм табып, күңел тыныслығы, балалар шатлығы менән, киләсәктә лә беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Әней! Яҡты йөҙөң, киң күңелең, аҡыллы кәңәштәрең, йөрәк йылың, тормош һынауҙарында, ауырлыҡтарға һынмай көс биргәнең өсөн, тормошто яратып, дөрөҫ, матур йәшәргә ҡанатландырғаның өсөн һинең алдыңда башыбыҙҙы эйеп, сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Беҙ һине яратабыҙ!
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Сәләмәтлегең булһын ғүмерлек.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Беҙҙең өсөн оло терәкһең.
Беҙҙән һиңә мең-мең рәхмәт,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәкһең!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фәнис, улың Фаил, ҡыҙың Флорида, кейәүең Винер, ейәнең Илнар.

Автор:
Читайте нас