

Йәйҙең иң гүзәл көнөндә беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ, Холодный Ключ ауылында йәшәүсе тормош иптәшем, әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Минисара Сөнғәт ҡыҙы РЫСҠОЛОВА ғүмеренең гүзәл байрамын - тыуған көнөн билдәләй. Күркәм байрамы менән ҡотлап, йөрәгебеҙҙән сыҡҡан иң йылы һүҙҙәребеҙҙе, ер йөҙөндә булған барлыҡ изге теләктәрҙе еткерәбеҙ. Һөйөклөбөҙгә һаулыҡтың ныҡлыһын, ғүмерҙең оҙонон, көндәрҙең яҡтыһын, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ.
Көндәребеҙҙе яҡтыртыусы ҡояш, төндәребеҙҙе нурландырыусы ай, яңы эштәргә, үрҙәргә дәртләндереүсе илһам, беҙҙе яҡлаусы ла, һаҡлаусы ла фәрештә, йәшәү сығанағы ла барыһы ла һин, әсәй!
Уйҙарың яҡты, тыуыр таңдарың һәр саҡ аяҙ һәм нурлы, күңелең тыныс булһын. Йөҙөңдән бер ҡасан да йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Атайыбыҙ менән иңгә-иң терәшеп, беҙгә терәк-таяныс булып, күңел йылыбыҙҙы тойоп, балалар, ейәндәр изгелеген күреп, ҡыуаныстарға һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп йәшә лә йәшә!
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фәнил, ҡыҙҙарың Регина, Гүзәл, Алина, улдарың Фидан, Айнур, кейәүҙәрең Олег, Денис, Айнур, килендәрең Оксана, Люба һәм барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрең.