Һеҙ булғанға нигеҙебеҙ нурлы

Рауил һәм Минжиһан ЙӘМИЛОВТАРҙы ҡотлайбыҙ!

Һеҙ булғанға нигеҙебеҙ нурлыҺеҙ булғанға нигеҙебеҙ нурлы
Һеҙ булғанға нигеҙебеҙ нурлы

Яманһары ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешеләребеҙ - Рауил һәм Минжиһан ЙӘМИЛОВТАРҙы 45 йыл бергә татыу ғүмер итеүҙәре, сапфир туйҙары менән ҡотлайбыҙ! Артабан да өйөбөҙҙөң йылыһын һаклап, бергә, матур, имен, бай тормошта, һаулыкта ғына йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Пар ҡанаттарығыҙ талмаһын, һынмаһын! Беҙгә үрнәк, кәрәк, терәк һеҙ! Тормошобоҙға йәм өҫтәп, йәшәргә көс биреп, беҙҙең изгелегебеҙҙә, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең уңыштарына һөйөнөп, барлыҡ туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ менән татыулыкта, шатлыҡтарға төрөнөп кенә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ! Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, яратабыҙ!!!
Рәхмәт һеҙгә, атай- әсәй!
Ярай әле икәү йәшлектә,
Бер-берегеҙгә осрап табышҡанһығыҙ,
Ҡауышҡанһығыҙ беҙҙең бәхеткә.
Һеҙ булғанға, атай- әсәй,
Нигеҙебеҙ нурлы, һөйкөмлө.
Аҙашҡанда һәр саҡ юл күрһәтеп,
Янығыҙсы йондоҙ шикелле!
Кәрәк түгел алтын-көмөшө лә,
Ситтә торһон барлыҡ байлыҡтар.
Ишек асып өйгә ҡайтып кергәс,
Ҡаршылаусы атай-әсәй бар!
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ.

Автор:
Читайте нас