Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә

Әлфинур ИШҠОЛОВАны ҡотлайбыҙ!

Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дәРәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә

Илкәнәй ауылы
Яратҡан тормош иптәшем, һөйөклө әсәйебеҙ, хәстәрлекле ҡәйнәбеҙ һәм өләсәйебеҙ – Әлфинур Фатих ҡыҙы ИШҠОЛОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлап иң изге, иң матур, иң йыл теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ сабыр йөрәкле, тырыш, алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл кеше. Атайыбыҙ менән бергәләп, матур пар булып, беҙҙе мөхәббәт бишегендә тибрәлтеп, иркләп, наҙлап үҫтереп, ярҙам итеп оло тормош юлына баҫтырҙылар. Бөгөнгө көндә лә ҡайтыуыбыҙҙы һағынып көтөп торалар, әсәйебеҙҙең йылы аштарын ашап, уның наҙҙарына иркәләнеп, йәшәү өсөн көс-дәрт алып, уның фатихалары менән юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Ошо матур байрамыңда, изге теләктәргә ҡушып һиңә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Әсәй! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ — балаларың игелегендә, изгелегендә, атайыбыҙ менән бергә-бергә иҫән-имен, оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Ҡотлау менән тормош иптәшең Риф, улың Рим, ҡыҙың Әлиә, киленең Ғәлиә, ейәнең Асҡар, ейәнсәрҙәрең Әҙилә, Айзилә, Айсинә.

Автор:
Читайте нас