Хоҙай һаулыҡ, оҙон ғүмер бирһен

Минзәлә ЯЛСЫҒОЛОВАға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Хоҙай һаулыҡ, оҙон ғүмер бирһенХоҙай һаулыҡ, оҙон ғүмер бирһен
Хоҙай һаулыҡ, оҙон ғүмер бирһен

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, етеҙ, тырыш, дәртле булған класташыбыҙ Минзәлә Ирек ҡыҙы ЯЛСЫҒОЛОВАны 50 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф, йәшәү дәрте, ҙур уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ. Яҡты уй-хыялдар, киләсәккә ышаныс, күңел бөтөнлөгө менән артабан да ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын! Оҙон ғүмер кисереп балаларыңдың изгелеген, шатлыҡ - ҡыуаныстарын күреп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, тормош иптәшең Рәмил менән һөйөнөп йәшәргә, хеҙмәтеңдән йәм табып эшләргә насип булһын.
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, кук йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Киләсәктә лә киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал! Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ!
Тыуған көн – ҡәҙер, хөрмәт көнө,
Ысын күңелдән һине ҡотлайбыҙ!
Сәләмәтлек, күңел тыныслығы,
Бәхет - ҡыуаныстар юллайбыҙ!
Тыуыр көндәр һиңә илһам биреп,
Шатлыҡ, бәхет, уңыш килтерһен.
Хоҙай һаулыҡ, оҙон ғүмер биреп,
Йөҙ йәшкәсә һине еткерһен!
Иң изге теләктәр менән класташтарың.

Автор:
Читайте нас