Һәр тыуған көн үтһен шатлыҡта

Минзәлә ЯЛСЫҒОЛОВАны ҡотлайбыҙ!

Һәр тыуған көн үтһен шатлыҡтаҺәр тыуған көн үтһен шатлыҡта
Һәр тыуған көн үтһен шатлыҡта

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле бикәсебеҙ, апайыбыҙ, инәйебеҙ Минзәлә Ирек ҡыҙы ЯЛСЫҒОЛОВАны 50 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙгә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең - аяҙ, кистәрең - аяҙ, уйҙарың яҡты, күңелең тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын,
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең,
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр тыуған көн үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә тормошта.
Иң изге теләктәр менән абзыйың Мәлик, еңгәң Рәхилә һәм дә балаларыбыҙ.

Автор:
Читайте нас