

Беҙҙең ҡәҙерле кешеләребеҙ апайыбыҙ Ғәзимә һәм еҙнәбеҙ Мәргән БУЛӘШЕВтарҙың бөгөнгө көндә иңгә-иң терәп, татыу йәшәүҙәренә 50 йыл.
Күгәрсен районының Дауыт-Кайып ауылында ҡабынған ғаилә усағы әлеге ваҡытта Ермолаево ауылында гөрләй. Күптәргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәй улар. Еҙнәбеҙ ғүмерен тимер аттарға бағышлап механизатор, бригадир булып эшләп, үҙ эшенә яуаплы ҡараған, хөрмәтле эшсе булып хаҡлы ялға сыкты.
Ошо көндәрҙә апайыбыҙҙың тыуған көнө лә етә, уға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Көндәрең - ҡояшлы, төндәрең -
йондоҙло, таңдарың аяҙ, күңелең тыныс булһын, апай. Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Апайыбыҙ ярты ғүмерен сауҙа өлкәһенә бағышланы, һатыусы, склад мөдире булып эшләне. Ул инде беҙгә таяныс булып аяттар уҡып, изге теләктәрен теләп, аҡыллы кәңәштәрен биреп тороусы изге кешебеҙ.
Матур ғаилә бер ҡыҙ, өс ул үҫтерҙеләр. Әлеге көндә бәхетле ҡартатай, бәхетле өләсәй булып донъя көтәләр. Беҙҙе, балаларын һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршылап тәмле күстәнәстәре менән оҙатып ҡалалар.
Ярты быуат ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер юлын бергә атлаған, беҙгә атай, әсәй урынында булған яҡындарыбыҙға бәхетле ҡартлыҡ, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Аллаһ биргән ошо ғүмерегеҙҙең
Илле йылын бергә үттегеҙ,
Ҡайғы- шатлыҡтарҙы уртаҡ итеп,
Бик бәхетле ғүмер иттегеҙ.
Аллаһ һеҙгә матур яҙмыш биргән,
Ғүмерегеҙгә биргән бәрәкәт,
Тормошоғоҙ ҡотло, донъя - бөтөн,
Туғандарға таяу, һеҙ - терәк.
Беҙҙән һеҙгә бөгөн теләк ошо:
Һау-сәләмәт ғүмер итегеҙ,
Йөҙ йәшкәсә етеп, туйлағанда
"Быуат йәшәнем," - тип әйтегеҙ!
Иң изге теләктәр менән һылыуҙары, балдыҙҙары Алһыу, Нәсиә һәм кейәүе, бажыйы Рәсүл.