

Абдул ауылы
Йәмле йәй айында ҡоҙағыйыбыҙ Ғәзимә Уразбай ҡыҙы АҘНАБАЕВА күркәм юбилейын билдәләй. Уны матур ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Уңған хужабикә, яратҡан уҡытыусы, хәстәрлекле әсәй, тормош иптәше Алик ҡоҙабыҙға изге күңелле ҡатын, туғандарына һәр ваҡыт алсаҡ йөҙлө, яҡты уйлы.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торған оҙон, бәхетле ғүмер, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Киләсәк тормошоңда донъя ҡыуаныстарына төрөнөп, ғаилә шатлыҡтарына ләззәтләнеп, балаларыңдың изгелеген күреп, ҡоҙа менән бер-берегеҙгә таяныс булып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Тыуасаҡ таңдарың һәр саҡ аяҙ, нурлы булһын!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп,
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыға.
Изге теләктәр менән ҡоҙаң Илшат, ҡоҙағыйың Зинфира Түләковтар ғаиләһе.