Йәшәү дәрте булһын күңелдә

Ләйсән ИСХАҠОВАны ҡотлайбыҙ!

Йәшәү дәрте булһын күңелдәЙәшәү дәрте булһын күңелдә
Йәшәү дәрте булһын күңелдә

Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында ғаиләһе менән бәхетле, матур ғүмер итеүсе яратҡан ҡыҙыбыҙ, туғаныбыҙ Ләйсән Хәйрулла ҡыҙы ИСХАҠОВАны матур юбилейы – 35 йәшлек күркәм байрамы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Изге күңелле, тырыш, алсаҡ, уңған, ярҙамсыл, туған йәнле ҡәҙерле кешебеҙгә – һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә табан ғына тәгәрәһен.
Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр менән беҙҙең күңел йылыһын тойоп йәшәүеңде теләйбеҙ. Кейәүебеҙ Раил менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп, балаларығыҙҙың игелектәрен генә күреп йәшәгеҙ. Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың, изге күңелле кешеләр генә булһын.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең
Бәрәкәтле яҡты, нурлыһын.
Һине яратып әтейең, әнейең һәм абзыйың.

Автор:
Читайте нас