

Абдул урта мәктәбе коллективында оҙаҡ йылдар изге уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалып, күп көс түгеп, ҙур хеҙмәт һалып эшләп йөрөүсе коллегабыҙ, башкорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәзимә Уразбай ҡыҙы АҘНАБАЕВАны матур байрамы - күркәм юбилейы менән тәбрик итәбеҙ!
Һеҙ бөтөн белемегеҙҙе, көсөгөҙҙө балаларға белем биреүгә, тәрбиәләүгә, тыуған тел серҙәренә төшөндөрөү, телгә мөхәббәт хисе, милли ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғро заттар итеп тәрбиәләүгә биргәнһегеҙ һәм әлеге көндә лә бирәһегеҙ. Һеҙҙең хеҙмәт ҙур хөрмәткә лайыҡ! Алдағы ғүмерегеҙ бөгөнгөләй күркәм үтһен. Ғаилә именлегендә, күңел күтәреңкелегендә, балаларығыҙ, оноҡтарығыҙҙың игелеген күреп, изгелеген тойоп, һаулыҡта-сәләмәтлектә йәшәргә насип итһен! Белемгә, тыуған телгә ҡыҙыҡһыныу уятып тағы ла эшләргә яҙһын һеҙгә!
Ғәзимә Уразбай ҡыҙы уҡыусыларға ла, беҙгә-коллегаларға ла ныҡлы таяныс, кәңәшсе һәм остаз. “Уҡытыусы ҡулында кеше киләсәге, уның яҙмышы. Ғәҙи эшсенән алып ил башлығына ҡәҙәр һәр кем уҡытыусы тәрбиәһе аша уҙа. Был изге лә, бик яуаплы ла һөнәрҙе һайлауыма ғүмеремдә бер генә тапҡыр ҙа үкенгәнем булманы”, - ти коллегабыҙ.
Үрнәк итеп һөйләй һәр кем һеҙҙе,
Һыуынмаһын йөрәк йылығыҙ.
Йәйҙәр менән бергә килеп еткән
Ҡыуаныслы тыуған көнөгөҙ.
Юбилейҙа һәр кем хәтер менән
Һүтеп сорнай уйҙар йомғағын.
Тулы булһын һөйөнөстәр менән,
Киләсәккә илтер ғүмер йылдары!
Ҙур ихтирам менән Абдул мәктәбе коллективы.