

Ҡалта ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ Розалия Шәйәхмәт ҡыҙы ТАБИЛДИНАны 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Һөйөклөбөҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, килер көндәрең шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы булыуын теләйбеҙ.
Һин беҙҙең өсөн терәк-таяныс, күптәргә өлгө булырҙай әсәй, өләсәй, сабырлығың менән беҙгә үрнәк. Беҙгә тигеҙ өләшкән йөрәк йылың, бөтмәҫ хәстәрлегең, һаман да беҙҙе ҡайғыртып йәшәүең өсөн ҙур рәхмәт. Киләсәк көндәрең һаулыҡта, именлектә, ырыҫлы тормошта үтһен. Аллаһы Тәғәлә һине күңел тыныслығынан, тән сихәтенән, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан айырмаһын. Һәр саҡ бәхетле йылмайып, яҡындарыңды ҡыуандырып йәшә лә йәшә! Гел шулай йәш, һөйкөмлө булып ҡал!
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һин иҫән-һау ғына булғанда!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Шәүкәт, улдарың Рөстәм, Шамил, ҡыҙҙарың Эльвира, килендәрең Лилиә, Гөлназ һәм ейән-ейәнсәрҙәрең Илнур, Милена, Илсиә, Эльвина.