

Ермолаево ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәкәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Лилиә Мансур ҡыҙы РАХМАНҒОЛОВАны 55 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ер йөҙөндә әсәйҙән дә яҡын, рәхимле, мөхәббәтле, әсәйҙән дә оло йәнле зат юҡтыр. Донъяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша үткәреп күкрәк һөтө менән иман индереүсе әсәй, беҙ ауырығанда ысын күңелдән борсолоусы ла әсәй бит. Һин булмаһаң беҙ ҙә булмаҫ инек. Һиңә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, баш эйәбеҙ. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар, оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Иртәләрең ҡояшлы, уйҙарың яҡты, күңелең тыныс булһын. Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, муйыл сәскәһеләй аҡ бәхеттәр, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы, тормошобоҙҙоң йәмен һәм ҡотон арттырып, шатлыҡтарҙы һәм тормош һынауҙарын бергә кисереп, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Наурат Мухарам улы менән бергә-бергә оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ һиңә, әсәй!
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло бер терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк булһа,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Наурат, ҡыҙың Гүзәл, кейәүең Артур, улың Айнур, ейән-ейәнсәрең Эрнест һәм Диана.