Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә

Филзә ҒӘЛИМОВАны ҡотлайбыҙ!

Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдәҺин балҡыйһың беҙҙең күңелдә
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә

Яңы Мораптал ауылы
Йәйҙең иң матур көнөндә беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ, әнейебеҙ, нәнәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Филзә Фәез ҡыҙы ҒӘЛИМОВА гүзәл байрамын - тыуған көнөн билдәләй. Күркәм байрамы менән ҡотлап, йөрәгебеҙҙән сыҡҡан иң йылы һүҙҙәребеҙҙе, барлыҡ изге теләктәрҙе еткерәбеҙ. Һөйөклөбөҙгә һаулыҡтың ныҡлыһын, ғүмерҙең оҙонон, көндәрҙең яҡтыһын, бәхет -шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ.
Дөнъялағы бөтөн яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, фәһемле кәңәштәрең, бөтмәҫ ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һиңә, әней.
Көндәребеҙҙе яҡтыртыусы ҡояш, төндәребеҙҙе нурландырыусы ай, яңы эштәргә үрләргә дәртләндереүсе илһам, беҙҙе яҡлаусы фәрештә лә, йәшәү сығанағы ла - барыһы ла һин, әней!
Уйҙарың яҡты, тыуар таңдарың һәр саҡ аяҙ һәм нурлы, күңелең тыныс булһын. Йөҙөңдән бер ҡасан да йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Беҙгә терәк-таяныс булып, күңел йылыбыҙҙы тойоп, балалар, оноҡтар изгелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп йәшә лә йәшә, әней!
Ҡояш нуры ерҙә балҡығандай
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Һинең тормош юлың - матур тарих,
Күптәр өсөн өлгө булырлыҡ.
Рәхмәт, тибеҙ һиңә ысын йөрәктән.
Һинең ғүмер - беҙгә ғорурлыҡ!
Оҙон-оҙаҡ йәшә һин ерҙә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле, әгәр эргәбеҙҙә,
Һин иҫән-һау ғына булғанда.
Һиңә булған сикһеҙ рәхмәтебеҙ,
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ-ҡыуаныстар, сәләмәтлек,
Юлдаш бүлһын ғүмер-ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Алфира, Земфира, кейәүең Әхәт, улың Айрат, киленең Ынйы һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас