Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн

Мәхмүзә УСМАНОВАны ҡотлайбыҙ!

Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөнЙәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн

Холодный Ключ ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған, ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ – Мәхмүзә Латып ҡыҙы УСМАНОВАны оло байрамы - 85 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Хәстәрлекле һәм сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, тағы оҙаҡ йылдар шулай бөтәбеҙҙе берләштереп, беҙҙе аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен, иғтибарын тойоп, шатлыҡтарына һөйөнөп йәшә лә йәшә! Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә мең рәхмәттәр әйтәбеҙ!
Йәшәү шатлығы һин - беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, ҡәҙерлебеҙ, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән улың Илшат, ҡыҙың Гюзәл, киленең Минзәлә, кейәүең Рамаҙан һәм ейәнең Радик.

Автор:
Читайте нас