"Мировой еҙнә"

Миңлемырҙа ЙӘНБИРҘИНды ҡотлайбыҙ! 

"Мировой еҙнә""Мировой еҙнә"
"Мировой еҙнә"

Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Молокан ауылында ғүмер итеүсе хөрмәтле еҙнәбеҙ, бажабыҙ ЙӘНБИРҘИН Миңлемырҙа Сәләх улын күркәм юбилейы - 80 йәше тулыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Яҡыныбыҙ изге күңелле, йомарт, оло йөрәкле, ярҙамсыл, бар яҡлап уңған кеше. Беҙ уны яратып "Мировой еҙнә" тип йөрөтәбеҙ. Төрлө яуаплы вазифаларҙа тырышып эшләне. Лайыҡлы хеҙмәте "Почет знагы" ордены менән билдәләнде. Апайыбыҙ Альмира Тәлғәт ҡыҙы менән аҡыллы, иманлы балалар үҫтерҙеләр. Бөгөнгө көндә улар бәхетле атай-әсәй һәм олатай-өләсәй.
Ҡәҙерле еҙнәбеҙ! Юбилейың ҡотло булһын! Альмира апай менән ныҡлы һаулыҡта, йән тыныслығында, балалар һәм яҡындар ихтирамына, иғтибарына төрөнөп, бәхетле оҙон ғүмер итегеҙ. Ҡылған изгелектәрегеҙ ҡыуаныс булып ҡайтһын!
Иң изге теләктәр менән Таймаҫ ауылында йәшәүсе балдыҙҙары һәм бажалары.

Автор:
Читайте нас