Йәшәү дәрте булһын күңелдә

Юлай АҘНАБАЕВты ҡотлайбыҙ!

Йәшәү дәрте булһын күңелдәЙәшәү дәрте булһын күңелдә
Йәшәү дәрте булһын күңелдә

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ Юлай Йәүҙәт улы АҘНАБАЕВты күркәм юбилейы 60 йәше менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Беҙҙең өсөн терәкһең дә, таянысһың да, кәңәшсе лә. Киләсәктә лә һәр ваҡыт шулай барыбыҙға ла ышаныслы терәк, изге йәнле тормош иптәше, оло йөрәкле әтей булып ҡал. Һин булғанға беҙгә тыныс, донъябыҙ бөтөн. Артабан да тормошобоҙҙоң йәме булып, яҡындарыңдың ҡыуаныстарын, изгелектәрен күреп, беҙҙең менән бергә иңгә-иң терәшеп, ҡайғы-хәсрәт күрмәй бәхетле, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Матур булып атһын таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән һәр бер балаңдың!
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән томош иптәшең Зимфира, ҡыҙҙарың Альбина, Гөлфиә, Гөлфирә, кейәүҙәрең Салауат, Юнир, Рөстәм, ейәндәрең Сабина, Сабир, Камила.

Автор:
Читайте нас