Бергә-бергә йәшәргә насип итһен

Миңзәлә ИШБАЕВАны ҡотлайбыҙ!

Бергә-бергә йәшәргә насип итһенБергә-бергә йәшәргә насип итһен
Бергә-бергә йәшәргә насип итһен

Яманғол ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Миңзәлә Ғәлләм ҡыҙы ИШБАЕВА күркәм юбилейы - 65 йәшен ҡаршылай. Һөйөклөбөҙгә ошо байрамы уңайынан күңел түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һәр көн баш осоңда яҡты ҡояш балҡыһын, һау-сәләмәт булып, именлектә, бәхет-шатлыҡта, яҡындарың хөрмәтендә, оҙон һәм бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Гел шулай аҡыллы, сабыр, көслө рухлы, булып ҡалыуыңды теләйбеҙ. Үткән көндәргә риза булып, атҡан таңдарға ҡыуанып, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, уларҙың изгелектәрен күреп, бергә-бергә йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән улдарың Айнур, Радик, ҡыҙың Дания, киленең Әдилә, кейәүең Илнур, ейәндәрең Илдан, Ислам, Данил, Арсен, ейәнсәрең София.

Автор:
Читайте нас